Пост канала
🌸🌿 Ололарға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтелде 📅 Бөгөн, 1 октябрь, ҡала мәҙәниәт һарайында Ололар көнө уңайынан байрам сараһы ойошторолдо. Фойела социаль хеҙмәттәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре өлкән быуын вәкилдәре өсөн төрлө мәсьәләләр буйынса консультациялар ойошторҙо, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Һуңынан тамаша залында байрам концерты уҙҙы. Милә Мәзитова фотолары.
Открыть в MAX- Просмотры
- 620
- ER
- 2,1%
- Реакции
- 13