Пост канала
- фото
Октябрь айына һынамыштар: – 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ. – 1 октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр. - 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк. – Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. – Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. – Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. – Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. – Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. – 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ. Рима Әмирова фотоһы
Открыть в MAX- Просмотры
- 487
- ER
- 0,6%
- Реакции
- 3