Пост канала
- фото
Гөлнара Кирәева: 👍 Ҡышҡылыҡҡа банкаларҙы күп ябам Бер өйрәнгән ғәҙәтме, ҡыш көндәрендә үҙемә эш еңеләйтергә тырышыумы, йыл да шулай килеп сыға инде). Эштән бик һуң ҡайтыла, ғаиләне тиҙ генә әҙерләп ашатырға борщ йә рассольник булһа, салат турап өлгөрмәгәндә маринадланған ҡыяр-помидорҙы асһаң, компотын һалып ултыртһаң, аш төрләндерергә ярап тора. Әле йәшелсә-емештең арзан сағы. Күмәкләп тотонһаң, бер ауырлығы ла юҡ: кем таҙарта, кем турай, кем банка яба – өмә инде. Бында иң мөһиме - эште дөрөҫ ойоштороп ебәреү)) Һеҙҙең дә ял көндәрегеҙ шулай “күңелле” үтһен тиһәгеҙ, нисә йылдар эшләгән, туғандарға-әхирәттәргә таратылып тикшерелгән 2 шәп рецепт мҽнән бүлешәм. 📌 1. Рассольник: Ҡыяр – 4 кг Кишер - 1 кг Һуған – 700 гр Томат пастаһы – 700 гр Шәкәр – 200 гр Тоҙ – 5 аш ҡалағы Көнбағыш майы – 250 гр Перловка – 700 гр (айырым бешерелә) Уксус – 200 гр Йәшелсәләрҙе һаламлап киҫеп, перловка һәм уксустан башҡаһын барыһын бергә ҡушып 1 сәғәт самаһы бешерергә. Айырым һауытта бешерелгән перловканы ҡушҡас тағы 10-15 минут тоторға, шунан уксус өҫтәргә һәм 5 минуттан уттан алырға. Стериль банкаларға 2 лавр япрағы, 5-6 ҡара борос һалып ябырға. Ҡыш көндәре әҙер һурпаға бәрәңге турап, бешер алдынан ғына рассольник һалып ебәрәһең дә эш бөтә). 📌 2. Солянканыҡын фото менән ҡуям, еңел генә эшләнә, ныҡ тәмле килеп сыға.
Открыть в MAX- Просмотры
- 477
- ER
- 3,1%
- Реакции
- 15