Пост канала
- фото
🤱Ахун ауылында йәшәүсе Роберт һәм Илзира Ҡазихановтарҙың бишенсе балаһы тыуҙы. Улар улдарына Хәбиб тип исем ҡушты. 🏡Йәш ғаилә ауылда күркәм итеп йорт һалған. Роберт – Икенсе Иҙелбай ауылынан, Себерҙә эшләй, Илзира – Лағырҙан, “Янғантау” шифаханаһында ашнаҡсы, хәҙер декрет ялында. Ҡыҙҙары Эльвина, Вилена, Илүсә мәктәптә тик “бишле” билдәләренә генә уҡый, ижади яҡтан, сәнғәт һәм спорт буйынса һәләтлеләр. Улдары Рамаҙан быйыл беренсе класҡа барған. 💐Ҡазихановтар ғаиләһен сабыйҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ! Балаларын иҫән-һау үҫтерергә яҙһын!
Открыть в MAX- Просмотры
- 534
- ER
- 2,4%
- Реакции
- 13