Пост канала
- фото
🍁🍂Урмансы ауылында көҙгө муллыҡҡа арналған Сөмбөлә байрамы үтте. 🪗🍎🥬Ауыл клубы алдында уҙғарылған байрамда йырҙар яңғыраны, матур көҙгө күргәҙмәләр, йәшелсә-емештәр, ҡул эштәре сараға йәм өҫтәне. Шунда уҡ яугирҙәргә һаҡ селтәре үреү ойошторолдо. 🎉Сөмбөлә байрамы халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡларға, тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе һәм хеҙмәт кешеләрен ҡәҙерләргә өйрәтә. 📸Фото: Урмансы ауылы клубы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 599
- ER
- 3,3%
- Реакции
- 20