Перейти к содержимому

Пост канала

«Йүрүҙән» гәзите/газета «Юрюзань»
  1. фото

    Салауат районы ирекмәндәренә - миҙал Бөгөн Малаяҙ ауылында тылда һәр көн еңеүҙе яҡынайтҡандарҙы тәбрикләнеләр. Ирекмәндәр янына БАРС-4 ирекле батальонының пулемётсыһы, кесе лейтенант Роберт Дауыт улы Әбҡәҙеров килде. 🙏 Ул Салауат районының фронтҡа ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙарына һәм ир-егеттәренә рәхмәт әйтте. Улар маскировка селтәрҙәрен үрә, окоп шәмдәре яһай, ҡоро бутҡалар әҙерләй һәм тағы ла күп нәмә эшләй. Нәҡ Гөлнур Баширова етәкселегендә ирекмәндәр был мөһим эште беренселәрҙән булып башланы. 🎖️ Был изге эштә әүҙем ҡатнашҡандарға яугир Башҡорт-мишәр казак бүлексәһенән "Тыл ирекмәне" миҙалын тапшырды. Һәр миҙалда уларҙың уртаҡ эшенең девизына әйләнгән һүҙҙәр яҙылған: "Тылһыҙ - фронт юҡ!"

    Открыть в MAX
    Просмотры
    490
    ER
    3,1%
    Реакции
    15