Перейти к содержимому

Пост канала

«Йүрүҙән» гәзите/газета «Юрюзань»
  1. фото

    🌟 Йөҙ йәшендә тауыш бирҙе Яҙғыйорт ауылынан 100 йәшлек Мәнжүрә Мөфәзәл ҡыҙы Мөхәмәтшина үҙенең һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырҙы, ул өйҙә тауыш бирҙе. 2787-се участка һайлау комиссияһы өсөн был бары тик бурыс ҡына түгел, ә тәрән хөрмәт билдәһе: комиссия ағзалары юбиляр янына килде, бөтәһен дә ентекләп аңлатты, бюллетень рәсмиләштерергә ярҙам итте. Тауыш участкала түгел, ә өйҙә бирелһә лә, ул шул тиклем үк мөһим һәм әһәмиәтле. ✨ Йөҙ йыл – бер дәүер. Мәнжүрә Мөфәзәл ҡыҙы ваҡиғаларҙы иҫләй,улар бер ғүмер бер нисә том тарихҡа етерлек. Ул – быуат шаһиты, яҙмышы ил тарихына һуғылған кеше. Һәм бөгөн ул йәнә раҫланы: гражданлыҡ ҡараш йәшкә бәйле түгел. Ул - йөрәктә, хәтерҙә, киләсәк өсөн яуаплылыҡта.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    391
    ER
    2,6%
    Реакции
    10