Пост канала
- фото
🥞Юлай ауылында Айһылыу Вәлиева һайлауға ҡоймаҡ бешереп килтерҙе. “Ирле-ҡатынлы Рәмил һәм Айһылыу Вәлиевтар бергәләп килеп тауыш бирҙе. Йомарт ҡуллы, ихлас хужабикә буш ҡул менән килмәгән, һайлау комиссияһы ағзаларына тәмле итеп майлы ҡоймаҡтар килтерҙе”, – тип хәбәр итте Юлайҙан мәғариф ветераны Әминә Йоносова. 🗳️Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн берҙәм тауыш биреүҙең икенсе көнө башланды. РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау 18-20 сенябргә тиклем уҙғарыла. Һайлау участкалары ошо көндәрҙә 08.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ була. 📸Фото: Әминә Йоносова
Открыть в MAX- Просмотры
- 481
- ER
- 1,7%
- Реакции
- 8