Перейти к содержимому

Пост канала

«Йүрүҙән» гәзите/газета «Юрюзань»
  1. фото

    ⚡️Әлкәлә Йәғәфәровтар ғаиләһе беренсе булып тауыш бирҙе Башҡортостанда өс кимәлдәге һайлау башланды: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм муниципаль һайлау. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем үткәрелә. Әлкә ауылында 2774-се участкала беренсе булып Ирек Аҡмал улы һәм Дина Хәлил ҡыҙы Йәғәфәровтар тауыш бирҙе - уларҙы бында күптән беләләр һәм хөрмәт итәләр. Уларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһы - бер тапҡыр ғына яһалған эш түгел, ә тормош принцибы. 📚 Динә Хәлил ҡыҙы күп йылдар Әлкә мәктәбендә эшләне, ул - РФ-ның мәғариф алдынғыһы. Ире менән бергә өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Быйыл уларға "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы ла бирелде. 👏 Бындай ғаиләләр - ауылдың ысын терәге. Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    474
    ER
    4,9%
    Реакции
    23