Перейти к содержимому

Пост канала

«Йүрүҙән» гәзите/газета «Юрюзань»
  1. фото

    🍂🍁Арҡауыл ҡатын-ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә һәм Милли кейем көнөнә урманға сыҡты. “Беҙ, ауыл ирекмәндәре, милли кейемдәр кейеп, милли биҙәүестәр тағып, тәбиғәт ҡосағына сығып керҙек. Айыҡлыҡ тураһында һөйләштек, памяткалар тараттыҡ. Йолалар, өләсәйҙәр мәктәбе хаҡында әңгәмәләштек, һәр кем үҙенең турамалар, ҡамыр ризыҡтарын әҙерләү рецепттары менән уртаҡлашты. Сәй эсеп, Рәми Ғарипов һүҙҙәренә йырҙар йырлап, элекке йырҙарҙы башҡарып, әҙерәк бәшмәк тә йыйып, көҙгө урманда рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ”, – тип хәбәр итте Рәми Ғарипов музейы директоры Луиза Хәйретдинова. ✅Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө 11 сентябрҙә билдәләнде. Арҡауыл ауылы быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашты. Салауат районында әле конкурстың муниципаль этабы башланды.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    483
    ER
    1,7%
    Реакции
    8