Перейти к содержимому

Пост канала

«Йүрүҙән» гәзите/газета «Юрюзань»
  1. фото

    🎉Бөгөн яҡташыбыҙ, әүҙем йәмәғәтсе, ғалим-физик, техник фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе Виктор Сәлим улы ХӘКИМОВ 80 йәшлек юбилейын билдәләй. 🏘Виктор Хәкимов 1946 йылдың 10 сентябрендә Татар Малаяҙында тыуған. Мәктәп йылдары Әлкә ауылында үтә. Өлкән кластарҙа Кропачевола уҡый. Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. 🏫Хеҙмәт юлын Малаяҙ урта мәктәбендә һәм мәктәп-интернатында физика уҡытыусыһы булып башлай. Төньяҡ флоты диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итә. Унан һуң  Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт медицина институтының физика кафедраһында ассистент була. БДУ-ның фәнни-тикшеренеү секторында өлкән инженер һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 🎓Мәскәүҙә аспирантура тамамлап, техник фәндәр кандидатлығына диссертация яҡлап, нефть сәнәғәте өлкәһендә фәнни тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. ✍️90-дан ашыу фәнни мәҡәлә авторы һәм авторҙашы, уның шулай уҡ бик күп авторлыҡ танытмалары, патенттары бар. 1985 йылдан “СССР-ҙың уйлап табыусыһы”, 2006 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 💼2011 йылда Виктор Сәлим улы “Салауат Юлаев вариҫтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһын ойоштороп, уның Советына рәйеслек итә. 📗Яҡташыбыҙ үҙенең 80 йәшенә “Батыр Салауат төйәгендәге тормошом тураһында хәтирәләр” (“Воспоминания о жизни на земле Батыра Салавата”) тип аталған автобиографик яҙмаларҙан торған китабын сығарҙы. Китаптың беренсе өлөшөндә авторҙың тормош һәм хеҙмәт юлы һүрәтләнһә, икенсе өлөшө – “Салауат Юлаев вариҫтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    495
    ER
    4,2%
    Реакции
    21