Пост канала
- фото
“Сәләмәтлек поезы” Нәсибаш ауылында эшләне 🚑Кисә Нәсибаш ауылында мобиль медицина комплексы эшләне. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” республика акцияһы сиктәрендә урындағы халыҡ тар белгестәрҙә бушлай тикшереү үтте, консультациялар һәм һаулыҡты һаҡлау буйынса кәңәштәр алды. Был ауыл кешеләренә сифатлы медицина ярҙамын алырға мөмкинлек бирә, бигерәк тә район йәки республика дауаханаһына бара алмағандар өсөн. 🧑⚕Бөгөн белгестәр Әлкә ауылында эшләй. Табиптар иҫкәртә: һаулыҡ тураһында ҡайғыртыу даими булырға тейеш, профилактика – көндәлек тормоштоң бер өлөшө. Һаулығығыҙҙы тикшереү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, сөнки ул – беҙҙең иң ҡиммәтле байлығыбыҙ.
Открыть в MAX- Просмотры
- 412
- ER
- 1,5%
- Реакции
- 6