Перейти к содержимому

Пост канала

«Йүрүҙән» гәзите/газета «Юрюзань»
  1. фото

    ✍️Арҡауылдар “Рәсәй – халыҡтар йорто” Бөтә Рәсәй диктантына ҡушылды. ✅Был акция кисә, 8 сентябрҙә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө уңайынан уҙғарылды . Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланды. 📝Диктант тексы күренекле шағир Рәсүл Ғамзатов әҫәрҙәренең өҙөктәренән булды. Ул махсус рәүештә авар теленән тәржемә ителгәйне. Текст бөтә ҡатнашыусылар өсөн бер төрлө һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек темаһына арналғайны. Онлайн-формат өсөн 21 телдә текстар әҙерләнгәйне, улар араһында башҡорт, рус, татар, алтай, бүрәт, мари, чечен, сыуаш, саха (яҡут) телдәре булды. 🇷🇺8 сентябрь – Рәсәй халыҡтары телдәре көнө быйыл тәүге тапҡыр билдәләнде. Был дата Президент Владимир Путиндың 2025 йылдың 4 ноябрендәге указы менән раҫланды. 8 сентябрь – бөйөк авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың тыуған көнө. Уның ижады – үҙ-ара килешеп йәшәүҙең символы🤝

    Открыть в MAX
    Просмотры
    423
    ER
    2,1%
    Реакции
    9