Пост канала
- фото
Салауат районында Мөрсәлим юлының бер өлөшө төҙөкләндерелә. 🚜Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим автомобиль юлының 4,7 километр участкаһында ремонт эштәре бара. Уның Урмансы ауылы эргәһенән башлап Рус Илсекәйе ауылы йүнәлешенә тиклем бер өлөшө йүнәтелә. Юлдың иҫке ҡатламы ҡырып алынып, уның аҫты нығытылып, өҫтөнә яңынан асфальт йәйелә. ⚒️Ремонт эштәре, “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, алып барыла. Уны генераль подрядсы “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте, субподрядсы “БАС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
Открыть в MAX- Просмотры
- 407
- ER
- 2,7%
- Реакции
- 11