Пост канала
- фото
🇷🇺Салауат районының М. Шайморатов штабы вәкиле, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының йәштәр менән эшләү белгесе Әлимә ЗАРИПОВА Граждандар форумында ҡатнашты. 💼 VIII Граждандар форумы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Өфөлә үтте. Ул Рәсәй Президенты кәңәшсеһе Валерий Фадеев менән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре һәм ысын үҙгәрештәр менән танышты. ✅ Форум меңдән ашыу битараф булмаған ҡатнашыусыларҙы – активистарҙы, идарасыларҙы, ирекмәндәрҙе, журналистарҙы йыйҙы. Сараның төп темалары патриотик тәрбиә, демографик сәйәсәт, балаларҙың киләсәге һәм МХО ветерандарының тыныс тормошҡа яраҡлашыуы мәсьәләләре булды.
Открыть в MAX- Просмотры
- 461
- ER
- 2,0%
- Реакции
- 9