Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    Башҡортостанда Бәшир Рәмиев исемендәге математика лицей-интернатына уҡыусылар һайлап алыу башланды. “Сириус курсы” платформаһындағы олимпиадаға теркәлергә кәрәк. Уның һөҙөмтәләре буйынса тәүге уҡыусылар ҡабул ителә. Конкурс өс этапта уҙа. Белем усағын киләһе уҡыу йылына асыу планлаштырыла. Лицей 360 уҡыусыға иҫәпләнгән. Алыҫ район-ҡалаларҙан килеүселәр өсөн йәшәү урыны бар. Бәшир Рәмиев исемендәге РМЛИ үҙ ишектәрен киләһе йылдың 1 сентябрендә асырға йыйына. Шуға күрә буласаҡ 6-сы 7-се, 8-се һәм 10-сы кластарға уҡыусылар йыйыла. Тимәк, олимпиадала бөгөнгө көндә 5-се, 6-сы, 7-се һәм 9-сы класта уҡып йөрөгән балалар ҡатнаша ала. Яңы лицейҙа һәр класта 20-шәр баланан торған өсәр параллель класс булдырыу күҙ уңында тотола. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында РМЛИ-ға уҡыусылар һайлап алыу тәртибе менән таныштырыуға арналған матбуғат кәңәшмәһе үтте. Унда республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм РМЛИ-ның эшмәкәрлеген ойоштороу һәм булдырыу концепцияһы буйынса эшсе төркөмдөң етәксеһе Ринат Ҡорамшин ҡатнашты.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 714
    ER
    0,8%
    Реакции
    13