Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    «Юлдаш» радиоһының сираттағы ҙур еңеүе! Коллегабыҙ Гүзәл Зарипова тәьҫораттары менән бүлешә: «Радио. Сикһеҙ офоҡтар» Х Халыҡ-ара фестивале конкурсы жюриһының «Мираҫ» проектына юғары баһа биреүенә бик шатмын». «Мираҫ» — ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған, Башҡортостан халыҡтарының йолалары хаҡындағы махсус радиотапшырыуҙар шәлкеме. Уның төп идеяһы тәрән мәғәнәле: берҙәмлек һәр халыҡтың үҙенсәлеген хөрмәт итеүҙән башлана. Автор шулай уҡ үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерә: «Проект геройҙарына — ышаныстары, жюриға — юғары баһаһы, ә һеҙгә, ҡәҙерле тыңлаусылар, ҡыҙыҡһыныуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт». Коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 815
    ER
    3,0%
    Реакции
    54