Пост канала
- фото
Өфөләге Ленин исемендәге парк Республика көнөнә асыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров парктағы реконструкция барышы менән танышты. Әле эштәрҙең төп өлөшө тамамланып килә. Төҙөкләндереү эштәре «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы алып барыла. 🌳 Парк үҙенең тарихи йөҙөн юғалтмай. Ул республика әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Шуға күрә уның барлыҡ үҙенсәлекле элементтары һәм объекттары ҡәҙерләп һаҡланып ҡала. Был парк 7 гектар ярым майҙанды биләй. Ул 19-сы быуаттың икенсе яртыһында булдырылған. Һуңғы тапҡыр уға 1980 йылда ҙур реконструкция үткәрелгән.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 723
- ER
- 0,4%
- Реакции
- 7