Пост канала
- видео
Милли кейемдәрҙә — рухи асылыбыҙ Балаларҙа бәләкәйҙән халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, йолаларына һәм милли ҡиммәттәренә һөйөү тәрбиәләү бик мөһим. Өфө ҡалаһының 40-сы башҡорт балалар баҡсаһында был йүнәлешкә айырым иғтибар бүленә. «Тамсылар» төркөмөндә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған матур сара үтте. Тәрбиәселәр Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы һәм Гүзәлиә Фәнзил ҡыҙы кескәйҙәргә милли кейемдәребеҙҙең үҙенсәлектәре, халҡыбыҙҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләне. Балалар ҙа был көндө балалар баҡсаһына сағыу милли кейемдәрҙә килде. Милли кейем — ул халыҡтың тарихы, рухы һәм быуындар бәйләнеше. Балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын белеп, милли ҡиммәттәребеҙҙе хөрмәт итеп үҫһен! 📹Видеояҙмала "Балалар" йәнһүрәтенән йыр яңғырай
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 780
- ER
- 2,6%
- Реакции
- 46