Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    🚑 Башҡортостан табиптары ауыл халҡының һаулығын тикшерә. Бөгөн күсмә медицина бригадалары Хәйбулла районының Аҡъяр, Салауаттың Әлкә, Бөрөнөң Шишмә ауылдарында эшләй. ✔️“Башҡортостандан һөйөү менән”. Республикала ошондай акцияның дүртенсе этабы старт ала. Уға ярашлы, бөгөн һәм иртәгә Мәскәүгә ылау оҙатыла. Илдең баш ҡалаһында уҡыған студент- аспиранттарға посылка ебәрелә. ✔️ Бөгөн Өфөнөң Дим районында яугирҙарға эш урыны тәҡдим ителә. Вакансия йәрминкәһенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары саҡырыла. ✔️ Өфөлә “Айыҡ десант". Башҡортостан” исемле акция старт ала. Бөгөн баш ҡаланың 9, 127 һәм 141-се мәктәптәрендә асыҡ дәрес үтә. ✔️ Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы дауам итә. Өфөлә көрәш буйынса турнир уҙа. Спартакиадала грек-рим көрәше һәм ирекле төрҙәрҙә ярыштар бара.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 730
    ER
    0,7%
    Реакции
    12