Пост канала
- видео
Уртаҡ көс — берҙәмлектә! Халыҡ-ара теләктәшлек көнө уңайынан республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре изге эшкә берләште. «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Спутник» радиолары, БСТ, «Тамыр» телеканалдары, шулай уҡ гәзит-журнал редакциялары хәбәрселәре бергәләп яугирҙарыбыҙ өсөн милли ризыҡ — сәк-сәк әҙерләне. Уны "Юлдаш" радиоһының "Журналист - ирекмәндәр" төркөмө ойошторҙо. Өмә барышында киләсәккә бергәләп башҡараһы яңы пландар ҙа ҡоролдо. Журналистар — яугирҙар менән бер һыҙыҡта! Изге эстафета дауам итә. Беҙҙең акцияны Асҡын районы һәм Стәрлетамаҡ гәзите хәбәрселәре лә күтәреп алды. Тәьҫораттар видеояҙмала. ↩️
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 774
- ER
- 2,4%
- Реакции
- 43