Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    “Утҡа тотоғоҙ! Һөжүмде миңә төбәгеҙ!” Был Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың һуңғы һүҙҙәре. Уны әйтеү өсөн күпме ҡыйыулыҡ, көс һәм аҡыл кәрәк. Ғүмеренең һуңғы минуттарында Илдар Филорет улы әсәһен, ғаиләһен, балаларын, иптәштәрен уйлағандыр... Өлкән лейтенантҡа һайлау мөмкинлеге бирелә. Ҡоралды ташларға, ҡулды күтәрергә. Дошманға бирелергә һәм йәшәргә. Әммә “Хәсән” ҡушаматлы командир үлемһеҙлекте һайлай. Өлкән лейтенант Илдар Суфияровтың батырлығы махсус хәрби операцияның бер сәхифәһе генә түгел. Ул инженер, атай һәм ирҙең иптәштәре өсөн ҡалҡан, ә дошман өсөн үтә алмаҫлыҡ бейек һәм ныҡ кәртә булыуын күрһәткән тарих. Илдар Филорет улы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының батырлығын ҡабатланы. “Хәсән” позывнойы республикала һәм илдә ҡаһарманлыҡ, антҡа тоғролоҡ, Тыуған илгә һөйөү символына әйләнде. Тапшырыуҙы подкаста тыңлағыҙ: https://vk.ru/wall-4647320_744822

    Открыть в MAX
    Просмотры
    2 015
    ER
    1,2%
    Реакции
    24