Пост канала
- видео
🎶 «Үҙе китте, йыры ҡалды» Был юлы рубрикабыҙҙың геройы — Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиева. Мәғфирә Ильяс ҡыҙы 1928 йылдың 24 декабрендә Йылайыр кантонының Урта Муйнаҡ ауылында, хәҙерге Ейәнсура районында тыуған. Ул — 62 халыҡ телендә йыр башҡарған үҙенсәлекле сәнғәт оҫтаһы. Мәғфирә Ғәлиева сәхнәлә төрлө халыҡтарҙың милли кейемендә сығыш яһап, һәр йырҙың рухын, милли колоритын тамашасыға еткерә белгән. Бөгөн уның образын Аҡыллы зиһен ярҙамында тергеҙҙек 🎧
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 976
- ER
- 2,7%
- Реакции
- 53