Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    Өфөлә «Прайм файтинг лиг" йоҙроҡ һуғышы буйынса халыҡ-ара турнир уҙҙы. Унда дүрт ил – Рәсәй, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм Төркиә спортсылары ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы исеменән рингҡа 11 көрәшсе сыҡты. Турнир барышында ике титул алышы үткәрелде. Шуларҙың төп бәйгеһендә яҡташыбыҙ Илнар «Хантер» Ишембаев сығыш яһаны. Ул 84 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды. Илнар Үзбәкстан вәкиле Бобур «Karshinskiy» Ҡорбановты ышаныслы еңеп, сағыу уйын күрһәтте. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфө быйыл ошондай ҙур турнирҙы икенсе тапҡыр ҡабул итә. Өфөлә юғары статуслы спорт саралары бының менән генә тамамланмай. Ноябрь айында башҡалабыҙҙа профессиональ бокс төнө уҙғарылыуы көтөлә. 📷 Фотоһүрәттә: "Юлдаш" ҡыҙҙары Динара Сафина, Лилиә Фазулова Илнар «Хантер» Ишембаев менән.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 669
    ER
    0,8%
    Реакции
    13