Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    Бөгөн Өфөлә атайҙарҙы ҙурланылар. Баш ҡалала үткән Граждандар форумы барышында “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһын тапшырыу тантанаһы булды. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ойошторған конкурста лайыҡлы бала тәрбиәләгән, хеҙмәтендә уңышҡа ирешкән өлгөлө ир-егеттәр ҡатнашты. Еңеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Граждандар форумы барышында пленар ултырыш үтә. Ул “Махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәте трансформацияһы” тигән темаға арнала. Һөйләшеүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе Валерий Фадеев ҡатнаша. Йыйынға илдең 20-гә яҡын төбәгенән вәкилдәр килде. Улар араһында яугирҙар, ирекмәндәр, педагогтар һәм табиптар бар.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 963
    ER
    0,4%
    Реакции
    8