Пост канала
- фото
Өфөлә халыҡ-ара марафон уҙа – изгелек йүгереүсеһе бул һәм хосписҡа ярҙам ит! 📅 2026 йылдың 13 сентябрендә Өфөлә халыҡ-ара марафон уҙа. «Өфө хосписы» хәйриә фонды «Өфө хосписының изгелек йүгереүселәре» («Благобегуны Уфимского хосписа») акцияһына ҡушылырға саҡыра. Изгелек йүгереүсеһе (благобегун) – хоспис ҡарамағындағыларға ярҙам итеү өсөн шәхси аҡса йыйыу аса һәм һылтанманы дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм яҡындары менән уртаҡлаша торған кеше. Акцияла ҡатнашыу өсөн йүгереү мотлаҡ түгел: аҡса йыйыуҙы булдырыу һәм мәғлүмәт таратыу ҙа етә. Әгәр марафонда ҡатнашырға теләйһегеҙ икән, слот (урын) айырым һатып алына – уны һатып алыу хосписҡа хәйриә иғәнәһе булып иҫәпләнмәй. Ярҙам тик һеҙҙең йыйыу битегеҙҙәге иғәнәләр аша ғына инә. 💻 Нисек ҡушылырға: event.ufahospice.ru сайтында теркәлегеҙ, шәхси аҡса йыйыуҙы асығыҙ, һылтанма менән бүлешегеҙ. 📲 Йыйылған аҡса ауыр, дауалап булмаҫлыҡ сирҙәр менән яфаланған балаларға һәм өлкәндәргә кәрәкле ярҙам, тәрбиә һәм теләктәшлек алырға булыша. Әгәр һеҙ әлегә аҡса йыйыу асырға әҙер түгелһегеҙ икән, мәғлүмәт таратып та ярҙам итә алаһығыҙ – акция тураһында хеҙмәттәштәрегеҙгә һөйләгеҙ йәки социаль селтәрҙәрҙә материалдар менән уртаҡлашығыҙ. Йүгереү мотлаҡ түгел, һәр кем ярҙам итә ала! ☎ Тулыраҡ мәғлүмәт: Руфина Боҫҡонова: +7 927 237-98-52. Сайт: event.ufahospice.ru.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 687
- ER
- 0,2%
- Реакции
- 4