Пост канала
- фото
💚 50 йыл бергә: сәхнәлә һәм тормошта ҙур мөхәббәт тарихы Теүәл ярты быуат элек башҡорт сәхнәһенең ике легендаһы, Башҡортостандың халыҡ артистары — Яҡуп Хәмзә улы һәм Гөлсәсәк Табрис ҡыҙы Шәриповтар үҙ яҙмыштарын берләштереп, матур ғаилә ҡора. "Илле йыллыҡ ғаилә союзы — ҙур ҡаҙаныш һәм мөғжизә! Шәриповтарҙың никахы — мөхәббәттең, үҙ-ара ихтирамдың һәм бөйөк сәнғәткә уртаҡ тоғролоҡ өлгөһө. Һеҙ, гүзәллек донъяһы тыуҙырып, сағыу ижади карьераны һәм ныҡлы ғаилә усағын нисек гармониялы алып барырға мөмкин икәнен үҙ миҫалығыҙҙа күрһәтәһегеҙ", - тип ҡотлау һүҙҙәрен яҙа Салауат театры коллективы. "Юлдаш" радиоһы ла ижади ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләй.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 875
- ER
- 2,9%
- Реакции
- 54