Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    Тормошта кәрәкле һәм файҙалы кәңәштәр! 🔹Иртәнсәк уянғас та алдағы көндә буласаҡ мәшәҡәттәр тураһында уйлар алдынан яңы тыуған көндө ҡаршылау бәхете бүләк иткән Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйт. 🔹Иртә торорға ғәҙәтлән. Ял көндәрендә иң һуң торғанда ла 9 - ҙан ҡалма. 🔹Шишмә һыуын эс (көнөнә кәмендә 1,5 литр). 🔹Иртәле-кисле һалҡынса һыу менән сайынып алыу файҙалы. 🔹Алдағы көндә нимә кейереңде кистән әҙерлә. 🔹Маҡсаттар ҡуй. 🔹Был донъяның кеме генә юҡ. Һәр береһен тәрбиәләп маташма. 🔹Көн дә 15 - 60 минут саф һауала йөрөп кил. 🔹Ашағандан һуң һалҡын һыу эсмә. 🔹Күңелеңә ятмаған кешеләрҙән йыраҡ бул. 🔹 Насар кешеләр араһына барып эләкһәң, улар кеүек булырға ярамай икәнен аңлау ҙа файҙаға. 🔹 Хыялдар кешене ҡанатлы итә. 🔹 Уңышлы кешеләр менән йыш аралаш. 🔹 Спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт тап. 🔹 Белемеңде арттыр, яңы һөнәр йә файҙалы ғәҙәт үҙләштер. #Юлдаш

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 588
    ER
    3,3%
    Реакции
    53