Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    🎶 Зәбирә Әминева - "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡала көнөнә һәм " Урал аръяғы -2026" Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуй барышындағы байрам концертында тантаналы рәүештә Хөкүмәт наградалары һәм почет грамоталары тапшырҙы. 🔹Сибайҙа VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен дауам итә. Форум Сибай концерт-театр бинаһында һәм Эшҡыуарлыҡ үҙәгендә үтә. 🔹Быйыл ”Урал аръяғы” форумының бизнес-программаһы “Еңеү иҡтисады” дөйөм темаһы аҫтында уҙа. Был темаға ярашлы программа иҡтисади үҫешкә, ресурстарҙы мобилизациялауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар башлаған бизнесҡа һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе берләштерә. Сибайға Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Абхазия, Тажикстан, Конго Республикаһы, Көньяҡ Африка илдәренән вәкилдәр килгән. Рәсәй төбәктәре араһында Мәскәү ҡалаһынан һәм Мәскәү өлкәһенән, шулай уҡ Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән ҡатнашыусылар күп. Ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 863
    ER
    2,9%
    Реакции
    54