Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    💍 Башҡортостандың ике МХО яугире бер көндә һөйгән йәрҙәре менән ғаилә ҡорҙо Яңауыл Никах теркәү йортонда бер юлы ике ғаилә барлыҡҡа килде. «Байрактар» һәм «Танкист» позывнойлы МХО яугирҙәре үҙҙәренең һөйгән ҡыҙҙарына өйләнде. Улар икеһе лә алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә һәм батырлыҡтары өсөн наградаларға лайыҡ булған. Уларҙың береһе «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн», «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары һәм IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Икенсе яугир 2022 йылдың сентябренән Махсус хәрби операцияла, Жуков һәм генерал Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булған. Егеттәр үҙҙәренең һөйгәндәре менән күптән таныш. Хәҙер ваҡыт һәм ара менән һыналған мөнәсәбәттәр матур ғаиләгә әүерелде. Йәш ғаиләләргә бәхет, именлек һәм матур киләсәк теләйбеҙ! 🙏

    Открыть в MAX
    Просмотры
    2 149
    ER
    2,0%
    Реакции
    42