Перейти к содержимому

Пост канала

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
  1. фото

    ✅Әлшәй районында йәшәүсе 86 йәшлек инәй яугирҙәргә ярҙамға 300 мең һум тапшырҙы Ғәйнейамаҡ ауылында йәшәүсе Әлфиә Ибраһим ҡыҙы Хазиева 300 мең һум аҡсаны Махсус хәрби операция биләмәһенә йүнәлткән. Инәй үҙенең был изге ғәмәлен ябай ғына аңлата: «Егеттәргә унда хәҙер нығыраҡ кәрәк. Был — дөйөм еңеүебеҙгә минең өлөшөм». Яугирҙәрҙең һорауы буйынса тапшырылған аҡсаға бер дизель һәм өс бензин генераторы, ике бензобысҡы, өс шуруповёрт, иретеп йәбештереү аппараты һәм мотор майы запасы һатып алынған. Ҡорамалдар әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡҡа оҙатыуға әҙерләнә. Улар хәрбиҙәргә позицияларҙы йыһазландырырға, техниканы ремонтларға һәм ялан шарттарында көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәк. Әлфиә Ибраһим ҡыҙының был ярҙамы — ихлас хәстәрлек, көслө рух һәм битараф булмау өлгөһө.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 931
    ER
    3,4%
    Реакции
    66