Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан уҡытыусыһы
  1. фото

    Уҡытыусымын. Сикһеҙ ғорурланам!.. Фәнзил Бүләк улы САНЪЯРОВ, филология фәндәре кандидаты, М.Өмөтбаев, Ш.Хоҙайбирҙин премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры   Йәшәй-йәшәй был ғүмер тигәнең күпте уйландыра, үткәнеңә ҡат-ҡат әйләнеп бағып, хәтер ебен тағатырға, киләсәгеңде күҙалларға, үҙенсә, ҡылғаныңа, ирешкәндәреңә ҡайһы бер һығымталар яһарға этәрәлер. Күрәһең, әлегә һаҡал билгә етмәһә лә, беҙ фәҡиргә донъя менән ҡара-ҡаршы ултырып гәп ҡорорға, үҙең уйлағанды әйтергә, күберәк аҡыл эйәһе – донъяны тыңларға, унан кинәнеп фәһем алыр мәл еткән, шикелле. Беҙ, Остаз тип аталмыш йәндәр, донъянан ни тиклем күберәк аҡыл алабыҙ, шул ҡәҙәре уны киләсәк быуынға тапшырып китәбеҙ түгелме?!. Һуңғы көндәрҙә мин үҙемдә ниндәйҙер рух күтәренкелеге тоям, әйтерһең дә, ҡояш нығыраҡ еребеҙҙе йылыта башланы, ҡотоп тарафтарынан һалҡын елдәр иҫеүҙән туҡтаны, ниһәйәт, еребеҙгә именлек, тыныс, бәрәкәтле көндәр килеүен көҫәп, төрлө илдәр башлыҡтары түңәрәк өҫтәл артында һәүетемсә әңгәмә ҡора... https://uchbash.com/articles/professionalnoe-obrazovanie/2026-10-07/u-ytyusymyn-sik-e-orurlanam-4837494

    Открыть в MAX
    Просмотры
    121
    ER
    7,4%
    Реакции
    9