Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан уҡытыусыһы
  1. фото

    Яһалма зиһен технологияларының үҫешен белгегеҙ киләме? 30 сентябрҙә Өфөлә «Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы яһалма зиһен өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә. Ҡатнашыусылар тел моделдәрен өйрәтеү өсөн ниндәй материалдар кәрәклеге һәм республика телдәре, мәҙәниәте тураһындағы мәғлүмәттәрҙе цифрлы проекттарҙа нисек ҡулланып булыуы тураһында һөйләй.  Осрашыу 15:00–17:00 сәғәттә Геном үҙәгендә үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Заки Вәлиди урамы, 32/2Б. Сараға студенттар, журналистар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, педагогтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм эшҡыуарҙар саҡырыла. Сара барышын «ВКонтакте» социаль селтәрендә тура эфирҙа ла ҡарарға мөмкин була. Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡортостан Республикаһының Цифрлы үҫеш министрлығы, «БСТ» телеканалы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. https://uchbash.com/articles/common_material/2026-09-24/ya-alma-zi-en-tehnologiyalaryny-eshen-belgege-kil-me-4825770

    Открыть в MAX
    Просмотры
    122
    ER
    1,6%
    Реакции
    2