Перейти к содержимому

Пост канала

«ШОҢҠАР» журналы
  1. КӨНЛӘШМӘ! Һалҡын тейҙереп ауырып киткәс, ҡатыны иренә лимон һатып алырға ҡуша: — Тик ҡара уны, лимондар боҙолмаған булһын, — ти ул иптәшен магазинға оҙатҡанда. Ир магазинда тырышып лимон һайларға керешә. Әммә улары йә күгәрә башлаған, йә кипкән, йә йомшаҡ. Ҡумталағы барлыҡ лимондарҙы берәм-һәрәм тотоп ҡарай, бер яҡшыһын тапмай. Шул мәл күҙ ҡыры менән эргәһендә торған ирҙе күрә. Ул да лимон һайлай. Эргәләге ҡумталағы лимондар матур, һап-һары, боҙолмаған. “Ярай, һайлап алһын да, китһә, мин дә шунан алырмын”, — тип уйлай. Әммә теге ир китергә ашыҡмай. Береһен алып ҡарай ҙа һала, ҡарай ҙа һала... Ахырҙа, ир түҙмәй, мыштырҙы әрләргә тип туп-тура уға әйләнә һәм көҙгөлә үҙенең сағылышын күрә... КӨНСӨЛЛӨК ЗЫЯНДЫ ТИК КЕШЕНЕҢ ҮҘЕНӘ ГЕНӘ КИЛТЕРӘ. КӨНЛӘШ­КӘНДӘРҘЕҢ ЙӨҘҘӘРЕ ЛӘ МОҢҺОУ БИТ: УЛАР ҮҘҘӘРЕНЕҢ УҢЫШҺЫҘЛЫҒЫ ӨСӨН ГЕНӘ ТҮГЕЛ, Ә БАШҠАНЫҢ УҢЫШЫ ӨСӨН ДӘ ҠАЙҒЫРА. КӨНЛӘШМӘГЕҘ! ЮҒИҺӘ, БӘХЕТҺЕҘ­ЛЕГЕ­ГЕҘҘЕ ҮҘ ҠУЛДАРЫҒЫҘ МЕНӘН ИКЕ ТАПҠЫР АРТТЫРЫРҺЫҒЫҘ!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    90
    ER
    2,2%
    Реакции
    2