Перейти к содержимому

Пост канала

Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа
  1. фото

    📌"Һеңлекәш"тәге игеҙәктәр "Йәшел Башҡортостан"да ҡатнашҡан. Александр Галибиндың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән билдәле "Һеңлекәш" фильмында уйнаған игеҙәктәр - Денис һәм Данис Ғүмәровтар тыуған көндәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡан. 🔹 "Йәшел Башҡортостан" акцияһының берҙәм көнөндә егеттәргә 18 йәш тулған. Улар - Башҡорт иҡтисади-юридик колледжының 3-сө курс студенттары. 🔹 Был турала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр иткән. 💯 "Ете йыл үткән. Һәр кемеһенең үҙ юлы: Денис колледжды тамамлағандан һуң актер һөнәрен дә үҙләштерергә, ә Данис юрист булырға теләй. Ҡасандыр тыуған Инйәр буйҙарында киноға төшкән егеттәр бөгөн буй етеп, тыуған яғы өсөн ниҙер эшләүен күреү ҡыуаныс", - тип яҙған Ирина Александровна. Егеттәргә уңыштар теләйбеҙ!🥰

    Открыть в MAX
    Просмотры
    189
    ER
    2,1%
    Реакции
    4