Перейти к содержимому

Пост канала

Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа
  1. Кис етте. Йәштәр клубҡа йүнәлде. Юлда Флүзә ағаһына үҙе хаҡында барыһын да һөйләргә өлгөрҙө. Уҡыуын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса был районға эшкә килергә тейеш булған. Тәүҙә ҡыҙ риза булмаған. Әсәһе: – Бар, икенсе район булһа ла, унда һинең инәйең йәшәй, – тигән. – Миңә бында мәктәп тә, уҡыусылар ҙа оҡшай... – тип әйтеп тә өлгөрмәне, Флүзә ҡараңғы урамда нимәгәлер абынды ла ҡолап китә яҙҙы. Фәрит уны тотоп өлгөрҙө. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Ҡапыл тәнен ниндәйҙер бер ҡыҙыу ялҡын ялмап алғандай тойолдо. – Һоп! Ипләберәк атла. Төнгө урамдың соҡор-саҡыры күп була, – тине лә ҡыҙҙы һаҡ ҡына ергә баҫтырҙы. Клуб тулы йәштәр. Улар шау-гөр килеп Фәритте уратып алды. Шулай ҙа уның иҫән-һау ҡайтҡанына иң ныҡ ҡыуанған кеше Ҡасим ине. Ике дуҫтың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Гармунсы дәртле бейеү көйөн уйнап ебәрҙе. Барыһы ла бейергә төштө. Фәрит Флүзәнән күҙен алманы. “Ниңә ул минең туғаным?!” – тигән уй, ҡара болот булып, бер туҡтауһыҙ баш осонда өйрөлдө... Көндәр ҡышҡа тартты. Фәрит дауахананың “Тиҙ ярҙам” машинаһына шофер булып эшкә урынлашты. “Тиҙ ярҙам” машинаһы әлегә берәү генә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа өйгә ҡайтырға ваҡыт та ҡалмай ҡуя. Быға егет ҡыуана ғына. Флүзәне күрһә, күңеле болоҡһой, йөрәге үҙәген өҙөп һулҡылдай. Ә шулай ҙа бер көндө, кисләтеп булһа ла, өйгә ҡайтып килергә форсат тейҙе. Ҡапҡаға килеп етеүгә, ул ҡараңғыла ике кешенең тартҡылашҡанын шәйләне. – Ебәрегеҙ, тим мин һеҙгә! А-то хәҙер ҡысҡырам! Быныһы Флүзәнең тауышы икәнен Фәрит асыҡ ишетте. – Нимә, әллә ағайың менән ҡурҡытаһыңмы? Ағайыңдан ҡурҡҡан баш юҡ әле... Ҡыйыш ауыҙ Әхәт булды быныһы. – Бында ниндәй баҙар? – тине Фәрит, мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып. Шунан кемдер ҡапҡаға “дөңк!” итеп бәрелде. – Э-э, че творишь?! Отпустил ее! Флүзәне ҡапҡанан индермәҫкә тырышҡан Әхәт был һүҙҙәрҙе ишетмәне лә. Фәрит уны яурынынан артҡа тартты. Әхәттең курткаһының яғаһымы-еңеме йыртылып китте. Шунда ғына ул артында кем баҫып торғанын аңланы. Ярһыған көтөү үгеҙе һымаҡ ажарланып, Фәриткә боролдо. Тос йоҙроҡ эләккән Фәриттең күҙ алдынан секунд эсендә йәшелле-ҡыҙыллы уҡтар осоп үтеп китте. Көтмәгәндән ҡолаҡтары зыңлап, башы шаулап китһә лә, Фәрит тиҙ генә үҙен ҡулға алды. Инде был юлы ҡоростай ҡаты ҡул амбал Әхәттең яңағының ныҡлығын һынаны. Тегеһе яурыны менән һөрлөгөп ергә барып төштө. – Тағы ҡапҡаға яҡын килһәң, ҡыйыш ауыҙыңды момент урынына ҡуям... Фәрит Флүзәне ҡапҡанан индереп ебәрҙе. Ҡыш етте. Тирә-яҡ ап-аҡ сихри донъяға әйләнде. Бер көндө Фәриттең дә, Флүзәнең дә ял көндәре тап килде. Саңғы тағып, урманға юл тоттолар. Урман шундай матур. Ҡар өҫтө төрлө йәнлек эҙҙәре менән сыбарланған. Ағастарҙағы көмөш бәҫ ҡояш яҡтыһында мең төрлө төҫтә ялтырай. Флүзәнең кәйефе уғата күтәренке. Саңғыла ла оҫта йөрөй, ә шулай ҙа ағаһынан күпкә арттараҡ килә, урманды күҙәтә. Алда тау күренде. – Фәрит ағай-а-ай! Был ниндәй тау ул? – тип ҡысҡыра ҡыҙ. – Был Ғашиҡтар тауы-ы-ы! – тип һөрәнләй егет. – Әйҙә, шул тауҙың башына менәйек! – Унда ғашиҡтар менә! Беҙгә ярама-а-ай! – Ярамаһа ла менәйек! – Әйҙә һуң! Улар икәүләшеп тауҙың һөҙәк яғынан өҫкә үрләне. – Их, ниндәй матур күренеш... Флүзә таяҡтарына таянды ла аҫҡа, тирә-яҡҡа һоҡланып күҙ һалды. Фәрит уға ҡарап йылмайҙы ла: – Ә һин шундай матур ҡыҙ... – тип әйтеп ҡуйҙы. “Эх, ниңә һин, Флүзә, минең туғаным ул, ә?” Егеттең йөрәге ут булып өтөлдө. Ул ҡапыл, йәйәнән ысҡынған уҡ һымаҡ, тау түбәненә атылды. Үҙәк буйлап аҫҡа шыуған Фәрит артынан ҡыҙ ҙа етеҙ ҡуҙғалды. Аҫҡа төшөп етергә күп тә ҡалмағайны, Флүзә янтайып китте лә ҡарға барып сумды. – Ағайыңды тыңларға кәрәк ине. Әйттем бит, унда беҙгә менергә ярамай, тип... Фәрит ҡыҙға торорға ярҙам итте, өҫ-башынан ҡарҙы ҡаҡҡылап төшөрҙө. Флүзә, ҙур зәңгәр күҙҙәрен тултырып, егеткә бер аҙ ҡарап торҙо ла ҡапыл: – Ә мин, Фәрит ағай, үҙемә тормош юлдашы итеп тап һинең кеүек егетте һайлаясаҡмын, – тине. – Ниндәйерәк егет була инде ул? – Улмы? Һинең һымаҡ аҡыллы, ярҙамсыл, матур... Быны ишеткән Фәрит, хәле бөтөп, ергә сүгәләне, башҡа әйтер һүҙ тапманы.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    149
    ER
    —
    Реакции
    —