Перейти к содержимому

Пост канала

Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа
  1. Эҙләйбеҙ бәхетте йыраҡтан Һиҙмәйбеҙ ғүмерҙәр уткәнен. Белмәйбеҙ бәхеттең иң ҙуры Үҙеңдең яныңда икәнен. Иң гүзәл гөлдәр ҙә йәм бирмәй, Күҙеңә күренмәй матурлыҡ, Хыялдар елкетмәй йөрәкте Өйөңдә булмаһа татыулыҡ. Бараһы юлдарың уңһа ла, Эштәрең булһа ла маҡтарлыҡ Ҡыҙығын тапмайһың тормоштоң Көтөүсе булмаһа шатланып. Йылытмай ҡояштың нурҙары Елдәрҙә һыуына ҡосағың. Тапмайһың йәнеңә йылылыҡ, Булмаһа мөхәббәт усағың. Менһәң дә бейеккә, бейеккә Тапһаң да батшалар тәхетен. Кәмһенеп ҡыҫылыр йөрәгең Булмаһа ғаилә бәхетең. Юлдарҙа арығас, талсыҡҡас Өйөңә ҡайтыуҙар, эй, рәхәт. Сөнки һин беләһең өйөңдә Йылмайып көтәсәк мөхәббәт. Фәнис Яруллин.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    236
    ER
    4,2%
    Реакции
    10