Пост канала
САБЫРЛЫҠ Әсәйҙең алтын һүҙе бар, Йәнгә уйып һалырлыҡ: “Ауыр саҡта, улым, һиңә Бирһен Хоҙай сабырлыҡ”. Булды йылдар: ил өҫтөнә Килгән саҡта ауырлыҡ, Нисә тапҡыр һаҡлап ҡалды Нәҡ ана шул сабырлыҡ. Беҙ ҙә үҫеп етмәҫ кеүек Киләсәккә һарылдыҡ, Түҙҙек, үҫтек тәгәрәшеп... Ярҙам итте сабырлыҡ. Туҙа-туҙа йылдар уҙа, Йәндәрҙе моң һарырлыҡ Һәм үкһерлек... Ярай әле, Ҡанға һеңгән сабырлыҡ. Ә заман бит сабыр түгел, Унан һабаҡ алырлыҡ, Бында саҡта беҙҙең өсөн Иң кәрәге – сабырлыҡ. Хәтәр заман! Бер минутта Еремдән көл ҡалырлыҡ, Ҡалмаҫ... Ҡалмаҫ... Кешелекте Һаҡлап ҡалыр сабырлыҡ. Роберт Миңнуллин.
Открыть в MAX- Просмотры
- 263
- ER
- 6,1%
- Реакции
- 16