Перейти к содержимому

Пост канала

Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа
  1. фото

    Һүҙем мошенниктар тураһында. Ошоға тиклем уларҙың ҡапҡанына эләкмәҫлек ҡалҡаным бар ине: башҡортса һөйләшеп, уларҙан еңел генә ҡотола килдем. Бөгөн шул ҡалҡаным да юҡҡа сыҡты, емерелде. Мошенниктар хәҙер башҡортса,, һөйләшергә,, өйрәнгән! Бөтә бәлә лә шунда шул. ИИ ярҙамында микән, әллә башҡа юғары сифатлы тәржемәсе технология ярҙамында микән, әммә ләкин саф башҡортса, хатаһыҙ, стиль үҙенсәлектәрен һаҡлап тороп ,, һөйләште,, бөгөнгө мошенник. Ышандырҙы... Ярай, сбербанк хеҙмәткәре әүҙемлек күрһәтеп, картамды блокка ҡуйҙы һәм ҙур бәләнән аралап ҡалды. Яңы технологияларҙы үҙләштереү ни тиклем ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булһа ла, шул тиклем үк ХӘҮЕФЛЕ лә икән. 🖊️Әлфиә Ғәлләмова.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    256
    ER
    1,6%
    Реакции
    4