Перейти к содержимому

Пост канала

Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа
  1. фото

    Һуң түгел. Һуңлағанбыҙ тиеп Әйтеү түгел, Уйлай күрмә хатта яңылыш! Күпме йылдар үтте: Хистәребеҙ Сайпылмаған, һаман шул килеш. Һуңлағанбыҙ тиеп Өмөттәрҙе Ерләмәйек, сабыр ит әле... Хоҙай биргән минут Беҙҙең өсөн Әле генә һуҡты бит әле. Һуңлағанбыҙ тиеп Төңөлмәй тор. Иҙел күрмәй итек сисмәйек... Беҙгә яҙғандары Беҙгә булыр- Күпкә түҙгәс әҙгә түҙәйек. Һуңлағанбыҙ тигән Үкенесле Уйҙарыңды әйтмә ҡабалан... Күрәһеңме, ана, Яҙмыш беҙгә Ҡапҡаларҙы аса яңынан! Гөлзифа Исрафилова.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    261
    ER
    0,4%
    Реакции
    1