Пост канала
- фото
Стәрлетамаҡта 8 дронды бәреп төшөргәндәр Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә 1214 пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлгән — Рәсәй Оборона министрлығы. Пилотһыҙ осоу аппараттары Башҡортостан, Удмуртия, Белгород, Брянск, Калуга, Курск, Воронеж, Тула, Липецк, Смоленск, Тверь, Рязань, Орёл, Һамар, Владимир, Һарытау, Ростов һәм Пенза өлкәләре, шулай уҡ Мәскәү төбәге өҫтөндә юҡ ителгән. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хәбәр итеүенсә, ҡалаға 8 пилотһыҙ осҡос һөжүм иткән. Рәсәй Оборона министрлығы көстәре һәм «БАРС» подразделениеһы тарафынан пилотһыҙ осоу аппараттарының барыһы ла бәреп төшөрөлгән. Уларҙың ярсыҡтары предприятиеларҙың береһе биләмәһенә ҡолаған. Еңелсә зыян килгән, завод штатлы режимда эшләй.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 627
- ER
- 1,6%
- Реакции
- 26