Пост канала
- фото
🌿Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ☢️ Ядро ҡоралын тулыһынса бөтөрөү өсөн көрәш көнө 📻 Граммофондың тыуған көнө 🤝 Элекке дуҫтар менән осрашыу көнө 🗣️ Европа телдәре көнө ⚔️ Куликово һуғышында рус ғәскәрҙәренең еңеү көнө 🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. 🌿Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. 🌿Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә. 🌿Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә. 🌿Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🌿Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. 🌿 Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. 🌿 26 сентябрҙә көнсығыштан иҫкән ел көнбайышҡа әйләнһә – ямғырҙар килер.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 840
- ER
- 1,0%
- Реакции
- 18