Пост канала
- фото
Ҡышҡа корейса кишер салаты 3 кг кишер, 0,5 кг башлы һуған, 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 г шәкәр, 100 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 1 ҡап корейса кишер өсөн тәмләткес, 2 баш һарымһаҡ алына. Йыуылған кишерҙе махсус ҡырғыста ҡырырға. Һуғанды ваҡ итеп турарға. Һарымһаҡты иҙергә. Ошо йәшелсәгә тоҙ, шәкәр, тәмләткесте, аш һеркәһен, майҙы, һарымһаҡты өҫтәп бутағас, бер төн кухняла тоторға. Иртән стериль банкаларға тығыҙлап тултырғандан һуң, ярты литрлыҡ банкаларҙы – 10, 750 миллилитрлыҡтарын 13 – 15 минут стерилләргә. Ҡапҡастарын япҡас, йылы юрған ябып, һыуынғансы тоторға. Ҡалған рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-08/ysh-a-erl-n-be-4805817
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 796
- ER
- 0,4%
- Реакции
- 8