Пост канала
- фото
Универсаль сөгөлдөр 3 кг сөгөлдөр, 3 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, 3 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк. Ҡабығы әрсеп йыуылған сөгөлдөрҙө эре тишекле ҡырғыста ҡырғас, тоҙ менән шәкәрҙе, аш һеркәһен һалып бутарға һәм май ҡойолған ҡаҙанда болғата-болғата әҙер булғансы бешерергә. Стериль банкаларға һалып япҡандан һуң, өҫтөн йылы әле менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға. Ошолай әҙерләнгән сөгөлдөрҙө "Тунлы сельдь" салаты йәки борщ бешереү өсөн ҡулланырға мөмкин. Ә инде иҙелгән һарымһаҡ, грек сәтләуеге, ҡара емеш ҡушһаң телеңде йоторлоҡ тәмле була. Бер ни ҙә ҡушмаһаң да тәмле була. Ҡалған рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-08/ysh-a-erl-n-be-4805817
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 632
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 15