Пост канала
- фото
Көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙылар Әле генә "Өфө-Арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" хоккей командаһының Мәскәүҙең 'Спартагы" менән уйыны тамамланды. Юлаевсылар көслө дәғүәсене төп ваҡытта еңде. Ҡунаҡтар ҡапҡаһына тәүге гол авторы 18 йәшлек кенә уйынсыбыҙ Никита Щербаковтың ҡул арты еңел булды: өфөләр составына үткән аҙнала килеп ҡушылған Канада легионеры Мэттью Маджо яңы клубы өсөн тәүге шайбаһын индерҙе. Өсөнсө осор аҙағында Данил Алалыкин Иван Федотовтың ҡапҡаһына өсөнсө шайбаны оҙатып, уйын беҙҙекеләр файҙаһына 3:2 иҫәбенә тамамланды. Командабыҙ , шулай итеп, көйәрмәндәрен ҡыуандырыуын дауам итә. Афарин!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 366
- ER
- 2,4%
- Реакции
- 33