Пост канала
- фото
Баклажандан салат 3 кг помидор, 1,5 кг баклажан, 1 кг болгар боросо, 2 баш һарымһаҡ, 0,5 стакан 9 процентлы аш һеркәһе, 0,5 стакан һыу, 1 стакан шәкәр, 0,5 стакан көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ тоҙ алына. Помидорҙарҙы ит үткәргестән үткәрергә. Баклажандарҙы эре шаҡмаҡлап, болгар боросон ярым балдаҡлап турарға. Помидорҙарға тоҙ, шәкәр, май, һыуҙы, аш һеркәһен өҫтәп, баклажандарҙы, боросто һалып бутап, 30 минут ҡайнатырға. Әҙер булырға 5 минут ҡалғас, иҙелгән һарымһаҡты өҫтәп, утта бер аҙ тоторға һәм стериль банкаларға һалып ябырға. Баш түбән әйләндереп өҫтөн йылы юрған менән ҡаплап тоторға. Ҡалған рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-08/ysh-a-erl-n-be-4805817
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 528
- ER
- 0,7%
- Реакции
- 10