Перейти к содержимому

Пост канала

«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
  1. Радий ХӘБИРОВ: "Башҡортостанда өлкәндәр һәм балалар саф һауала шөғөлләнә алған 10 яңы урын барлыҡҡа килде. Бөгөн өс «аҡыллы» спорт майҙансығын  Бәләбәй, Өфө райондарында һәм Сибай ҡалаһында, шулай уҡ Күмертау, Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет һәм Йылайыр райондарында ете ГТО майҙансығын асып ебәрҙек. Асыҡ һауалағы спорт инфраструктураһын үҫтереү ҙур спорт комплекстарын төҙөү кеүек үк мөһим әһәмиәткә эйә. Бындай майҙансыҡтар «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы ярҙамында барлыҡҡа килә. Рәсәй Спорт министрлығына ҙур рәхмәт. Ә Башҡортостандың Спорт министрлығына һәм муниципалитеттар командаларына — берҙәм һәм һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт. Ошо тырышлыҡ арҡаһында мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра алабыҙ. Октябрь аҙағына тиклем республиканың райондарында тағы ла 8 спорт майҙансығын асыуҙы планлаштырабыҙ. Бик яҡшы башланғыс! Уңыштар юлдаш булһын!"

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 791
    ER
    0,4%
    Реакции
    7