Перейти к содержимому

Пост канала

«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
  1. фото

    Помидор тоҙлау 3 литрлыҡ стерилләнгән банка төбөнә укроп сатыры, керән япрағы, 6 – 7 бүлкәт һарымһаҡ, 5 – 6 бөртөк ҡара борос, бер киҫәк әсе борос, йыуылған помидорҙарҙы һалырға. Буш еренә ваҡ итеп туралған болгар боросон тултырырға. 1 литр һыуға 1 ҙур ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ өймәләм тоҙ һалып, тоҙлоҡ ҡайнатырға һәм помидорҙар өҫтөнә ҡойорға. 1 балғалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһын өҫтәгәс, банканың ҡапҡастарын нығытып ябырға һәм баш түбән әйләндереп, өҫтөн ҡалын юрған менән ҡаплап, бер тәүлек тоторға. Һыуынғас, баҙға ҡуйырға. Был ысул менән тоҙланған йәшелсәне лә, һыуын да ҡалдырмаясаҡһығыҙ. Ҡалған рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-08/ysh-a-erl-n-be-4805817

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 755
    ER
    0,9%
    Реакции
    16