Перейти к содержимому

Пост канала

«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
  1. фото

    Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге әүҙемлек буйынса Рәсәйҙең тәүге 5 төбәге иҫәбендә. Республика позицияһы нығыныуы туранан тура Радий Хәбиров эшмәкәрлеге менән бәйле. «Минченко консалтинг» коммуникация холдингы 2026 йылдың ғинуар-август айҙарына баһа биреп, Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы индексын иғлан итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дөйөм рейтингта 4-се урынды биләй. Юғары позиция республика етәксеһенең йыл дауамындағы системалы эше һөҙөмтәһе. Башҡортостан өсөн халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре Абхазия, Беларусь һәм Үҙәк Азия илдәре - Үзбәкстан һәм Тажикстан. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендәге  проекттар араһында Өфөнән Сухумға тура рейстың асылыуын билдәләргә кәрәк, ул  туризмды һәм бизнесты үҫтерергә ярҙам итә. «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелек» проекты күптәргә сағыу тәьҫораттар бүләк итте һәм бүләк итеүен дауам итә. Шулай уҡ Беларусь һәм Үзбәкстан республикаларына  туристик сәйәхәттәр популяр. Мөһим иҡтисади проект - Үзбәкстандағы «Бекабад» технопаркы, шулай уҡ Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын үҫтереү. Эксперттар билдәләүенсә, Радий Хәбировтың эшлекле һөйләшеүҙәрҙә шәхсән ҡатнашыуы килешеүҙәрҙең сәйәси әһәмиәтен арттыра һәм уларҙы бойомға ашырыуҙы тиҙләтә. Башҡортостан башҡа лидерҙар менән бер рәттән халыҡ-ара аренала Рәсәйҙең тос тауышын көслө һәм алдынғы төбәктәр формалаштырыуын күрһәтә.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 864
    ER
    0,4%
    Реакции
    8