Пост канала
- видео
🚗 Кушнаренко районында водитель 120 км/сәғ тиҙлектә ихатаға осоп ингән Кушнаренко районының Первушино ауылында водитель үҙәк урамдарҙың береһендә ярыш ойошторған. Автомобилдең тиҙлеге сәғәтенә 120 километрға еткән. Салонда водителдән тыш тағы ике пассажир булған. Өсәүһен дә бәхетле тип әйтергә була: водитель мөғжизә менән генә бер йәйәүлене лә тапатмаған, пассажирҙар ҙа иҫән ҡалған. Әммә етди эҙемтәләрҙән ҡотолоп булмаған — автомобиль тулы тиҙлектә берәүҙең ихатаһына осоп ингән. 💥 Бәрелеү көсө шул тиклем ҙур булған: автомобиль газ торбаһына, электр линияларына зыян килтергән. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы газһыҙ ҡалған.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 952
- ER
- 1,1%
- Реакции
- 21